Өфөлә Рим Хәсәнов призына актер йыры конкурсы уҙғарыла

Өфөлә Рим Хәсәнов призына актер йыры конкурсы уҙғарыла

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Ҡышҡы романс» республика актер йыры конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Конкурс Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында билдәле башҡорт композиторы Рим Хәсәнов призына уҙғарыла.

Еңеүселәрҙе приздар, бүләктәр һәм аҡсалата гранттар көтә, тип хәбәр итә дәүләт концерт залының матбуғат хеҙмәте. Конкурста ҡатнашыу өсөн композитор Рим Хәсәнов спектаклдәренең репертуарынан йырҙар яҙҙырылған видеофайлдар ебәрергә кәрәк. Анкета 2022 йылдың 1 декабренә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ҡабул ителә.

Жюри конкурстың икенсе этабына 20 ҡатнашыусыны һайлап ала. Икенсе этап һәм бүләкләү тантанаһы 12 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була, шунда уҡ конкурс еңеүселәре иғлан ителәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb