26 апрель, 15.00 сәғәттә Яҙыусылар союзының тамаша залында талантлы шағир, яҙыусы һәм журналист Ринат Сөләймәновтың “Йөрәгемдә – яҙҙарым” исемле яңы китабының исем туйы үтәсәк.
Сарала күренекле шағирҙар һәм яҙыусылар, журналистар, башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ. Әлбиттә, авторҙың ҡулынан автографлы китап алыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Шулай уҡ шағирҙың “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сиктәрендә сығышы ла йәш ижадсыларыбыҙ өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр тип ышанабыҙ.
Барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр Коммунистик урамы, 34 адресы буйынса урынлашҡан Яҙыусылар союзына саҡырыла.