Өфөлә «Рояль оҙатыуында хиттар» акустик кавер-концерты үтә

Өфөлә «Рояль оҙатыуында хиттар» акустик кавер-концерты үтә

16 майҙа Өфөлә «Рояль оҙатыуында хиттар» акустик кавер-концерты үтә. Программаға билдәле башҡарыусыларҙың үҙенсәлекле кавер-версиялары һәм ХХ быуаттың 90-сы йылдары хиттары ингән. Тамашасыларҙы йәнле музыка, сағыу мөхит һәм мауыҡтырғыс кисә көтә.

Концертта Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева, башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Гөлназ Фәхертдинова, «Геройҙар ваҡыты» бөтә Рәсәй автор йыры конкурсы еңеүсеһе, «ЕвроАзия» төркөмөнөң элекке солисы Линара Шабаева ҡатнаша.

Кисәнең махсус ҡунағы – популяр гитарасы Илгиз Муллағәләмов.

Билеттар өсөн һылтанма: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/8083-akusticheskij-kaver-kontsert-khity-pod-royal

Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Концерт киске 7-лә башлана.

 Адресы: Өфө ҡалаһы, Һөнәрселәр урамы, 17 (Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb