Өфөлә рус әҙәбиәте классигы, драматург Владимир Маяковскийҙы иҫкә алдылар

Өфөлә рус әҙәбиәте классигы, драматург Владимир Маяковскийҙы иҫкә алдылар

Кисә, 19 июлдә Өфөлә рус әҙәбиәте классигы, драматург Владимир Маяковскийҙы иҫкә алдылар. Шағирҙың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан Маяковский скверында уның тере тауышы яңғыраны, шиғырҙары уҡылды.

"Әгәр ҙә Мәскәүҙә тыумаһам, Парижда йәшәп үлер инем" - тигән һүҙҙәрен һәр кемебеҙ хәтерләй.

 Шағир булараҡ билдәлелек һәм абруй ҡаҙанғансы ул өс тапҡыр иркенән мәхрүм ителә. Тәүге шиғырҙары ла Бутырка төрмәһендә яҙыла. Ике тапҡыр Сущев полиция бүлегенә эләгә. Йәшерен типография, тыйылған китаптар. Уға хатта, үҙенең шиғырҙары һәм адрестар яҙылған блокнотты ла ашарға тура килә, тип яҙа уның тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе Наталья Леонова.

 Ҡапма-ҡаршылыҡлы, донъя һәм рус әҙәбиәтендә үҙ һүҙен әйткән шағирҙың әҫәрҙәре башҡорт теленә лә тәржемә ителгән. Юмор менән яҙылған шиғырҙары бөгөн дә һүҙ оҫталарын рухландыра.

Владимир Маяковский тормошто байрам кеүек ҡабул иткән. Уның ғүмере лә байрам кеүек тиҙ тамамланған. Әммә әҙәби мираҫы бөгөн дә өйрәнелә, уның шәхесен ҡабул итер һәм яратыр өсөн, шиғырҙарына һалған кинәйәне генә аңлау ҙа етә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb