Быйыл февраль айында башҡорт шиғриәтенең сағыу йондоҙҙары булған халыҡ шағиры Рәми Ғарипов һәм уның йәшлек дуҫы Рафаэль Сафиндың тыуыуына 90 йыл тула. Ошо уңайҙан Милли әҙәбиәт музейы һәм Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре «32-селәрҙән икәү» тип аталған эстәлекле күргәҙмә әҙерләне.
Күргәҙмәлә башҡорт шиғриәте үҫешенә ҙур өлөш индергән яҙыусыларҙың Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡланған китаптары, ҡулъяҙмалары, наградалары, документтары, шәхси әйберҙәре урын алған. Сарала ике әҙиптең 50-се йылдарҙа Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡыған мәлдәренән башланып киткән дуҫлығы тураһында, шулай уҡ, уларҙың әҫәрҙәренең художестволы үҙенсәлектәре тураһында лекция уҡылды, видеоматериалдар күрһәтелде.
Музейға килеүселәр тарафынан Рәми Ғарипов һәм Рафаэль Сафиндың шиғырҙарын яттан һөйләү ойошторолдо.
Күргәҙмә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында март аҙағына тиклем эшләй. Уны Пушкин картаһы менән дә ҡарау мөмкин.