Өфөлә Рәми Ғариповтың бюсына сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы

Өфөлә Рәми Ғариповтың бюсына сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы

Рәми Ғариповҡа ҡуйылған бюст янында уҙған сарала БР Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, рәсми вәкилдәр, башҡорт интеллегенцияһыһәм шағирҙың балалары, ейәндәре ҡатнашты.

Хәтер сараһы "Сыңрау торна" көйө менән асылды. Гимназистар башҡарыуында шағирҙың шиғырҙары яңғыраны.

"Интернаттың 1950 йылғы сығарылыш уҡыусыбыҙ Рәми Ғарипов исемен йөрөтөү - беҙҙең гимназия өсөн ҙур яуаплылыҡ.- тине Р.Ғарипов исемендәге БРГИ директоры Илнур Сәлихов.

БР Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов:

"Рәми Ғарипов шиғриәте башҡорт поэзияһын юғары кимәлгә күтәргән әҙип. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Бөгөн уның шиғырҙары Рәсәй актерҙары уҡыуында ла яңғыраны. Гөлнара Рәми ҡыҙы менән шағирҙың архивын заманса сараларға күсереү хаҡында һөйләштек. З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә быйыл Рәми Ғариповтың 5 китабы донъя күрәсәк".

Сарала БР Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин һәм "Февраль. Буран" спектаклендә төп ролде башҡарыусы актерҙарҙың береһе Артур Кәбиров, шағирҙың балалары сығыш яһаны. Әйткәндәй, Мөнир Ҡунафин һәм Артур Кәбиров - гимназияның төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары.

Өфөлә Рәми Ғариповтың бюсына сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы
Өфөлә Рәми Ғариповтың бюсына сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb