Өфөлә Рәми Ғариповтың ижадына һәм тормошона арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Рәми Ғариповтың ижадына һәм тормошона арналған күргәҙмә асылды

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында башҡорт халҡының бөйөк шағирына арналған сара үтте, уның тәүге ҡулъяҙмаларынан, һирәк осраған баҫма нөсхәләренән торған күргәҙмәһе асылды.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сарала ҡатнашыусыларҙы йылы тәбрикләне.

"Минең өсөн Рәми Ғарипов – башҡорт генийы. Ул үҙен ихласлығы менән мәңгеләштерҙе, тип уйлайым, - тине үҙенең телмәрендә Азат Шамил улы. - Беҙҙең әҙәбиәтте юғары кимәлгә күтәргән шәхестең ижадын белергә, өйрәнергә, һаҡларға тейешбеҙ. Рәми Ғариповҡа арналған саралар алда күп булыр. Бөгөн конкурс башлана. Ул ярты йыл барасаҡ. Быйыл Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Рәми Ғариповтың биш китабы сығасаҡ - был да уникаль күренеш, тип әйтер инем. Бөгөн шулай уҡ үҙенсәлекле күргәҙмә асыла. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ конкурстарға, ҡатнашығыҙ".

Халыҡ шағирының юбилей сараһын республикабыҙҙың билдәле артистары йәмләне. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаровтың ҡурай моңдары берсә һағышҡа һалып, берсә күңелдәргә бер сихәт булып яңғыраны. Рәми Ғариповтың шиғырҙарына яҙылған йырҙар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлим Ҡәйүмов, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров башҡарыуында яңғыраны.

Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы режиссер Булат Йосопов етәкселегендә ижади төркөм “Беренсе Республика” трилогияһының өсөнсө өлөшөн – “Шағир көндәлеге” фильмын киң экрандарға сығарасаҡ. Бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар иғтибарына ошо фильмдең тизерен тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ БР-ҙың З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының мәғлүмәт һәм белешмә-библиографик бүлеге әҙерләгән баҫманы – “Рәми Ғарипов. Библиографик күрһәткес” йыйынтығы менән танышыу мөмкинлеге лә булды.

Рәми Ғариповтың тәүге ҡулъяҙмаларынан, һирәк осраған баҫма нөсхәләренән торған күргәҙмәһе менән шағирҙың улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Ғарипов таныштырҙы.

Өфөлә Рәми Ғариповтың ижадына һәм тормошона арналған күргәҙмә асылды
Өфөлә Рәми Ғариповтың ижадына һәм тормошона арналған күргәҙмә асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb