Өфөлә рәссам Артур Василовтың карикатуралар күргәҙмәһе асылды

Өфөлә рәссам Артур Василовтың карикатуралар күргәҙмәһе асылды

1 апрелдә, Халыҡ-ара көлкө көнөндә, Өфө ҡалаһындағы Матбуған йортонда бтлдәле башҡорт рәссамы, китап һәм матбуғат баҫмаларының биҙәүсе рәссамы, Рәсәй дизайнерҙар союзы һәм Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы Артур Василовтың карикатуралар күргәҙмәһе асылды.

Рәссамдың эштәрет республикала күптәргә таныш, сөнки ул 1996 йылдан алып Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләй, ә 2017 йылдан – «Һәнәк» юмористик журналының художество мөхәррире.

Артур Василовты ижадындағы мөһим ваҡиға менән ҡотларға БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы вәкилдәре, хеҙмәттәштәре һәм яҡындары килде.

«Һәнәк»тең баш мөхәррире, шулай уҡ күргәҙмәнең ойоштороусыһы Рәлиф Кинйәбаев баҫманың тарихы тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Әйткәндәй, журнал 1925 йылдың көҙөнән алып сыға.

Баҫманың элекке баш мөхәррире Марсель Сәлимов (Мар.Сәлим) рәссамдың ижадына юғары баһа бирҙе.

– Артур Василов – Башҡортостандың карикатура оҫталарының элекке совет мәктәбе традицияларын дауам итеүсе. Ул журналистиканың ошо ҡатмарлы йүнәлешен лайыҡлы дауам итә, – тине билдәле сатирик.

Өфөлә рәссам Артур Василовтың карикатуралар күргәҙмәһе асылды
Өфөлә рәссам Артур Василовтың карикатуралар күргәҙмәһе асылды
Өфөлә рәссам Артур Василовтың карикатуралар күргәҙмәһе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb