Өфөлә Рәсәй Геройы Иосиф Кобзон призына "Рәсәй Геройҙары көнө" Гала-концерты була

Өфөлә Рәсәй Геройы Иосиф Кобзон призына "Рәсәй Геройҙары көнө" Гала-концерты була

27 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында, "Рәсәй геройҙары көнө" акцияһы сиктәрендә, үҙҙәрен хәрби эштә, һөнәри эшмәкәрлектә, фәндә, технологияла, мәҙәниәттә үҙҙәрен танытҡан, шулай уҡ мохтаждарға намыҫлы һәм фиҙаҡәр ярҙам итеүселәргә ҙур хөрмәт байрамы ойошторола. Фестиваль Рәсәй Геройы Иосиф Кобзон иҫтәлегенә арналған.

Концерт программаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Лариса Долина, халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты Марина Девятова, "Республика" төркөмө, алып барыусылар - теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусыһы, актриса, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Анна Шатилова һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Даниил Спиваковский ҡатнаша. Рәсәйҙең күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бер сәхнәлә Рәсәй Геройы Иосиф Кобзон призына төбәк патриотик йыр конкурсы призерҙары сығыш яһаясаҡ.

Концерт "Кобзон" мәҙәни фонды ярҙамында уҙғарыла. Киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттарҙы "Башҡортостан" дәүләт концерт залы кассаларында һатып алырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb