Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты хәбәр итеүенесә, 12 июндә Өфөлә Рәсәй көнө уңайынан «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында «Рәсәй – минең тарихым» исемле тарихи паркты асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан баш ҡаланан һуң күләмле мультимедия музейы асылған беренсе төбәк. Республика халҡын Рәсәй көнө һәм күркәм ваҡиға менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова ҡотланы. Башҡортостандың тәжрибәһен һәм проекттың географияһын киңәйтеү өсөн паркты асыуға илдең 20 төбәгенән вәкилдәр килде.