Өфөлә беренсегә Бөтә Рәсәй йыр һәм бейеү конкурсы үтә. Бәйге “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһендә Себер дәүләт академия рус халыҡ хоры сығышы менән башлана. Новосибирск өлкәһе быйыл 80 йыллығын билдәләй. Коллектив ошо уңайҙан Рәсәй ҡалалары буйлап гастролгә сыҡҡан һәм Өфө конкурсында ла ҡатнаша.
30 сентябрҙә Татарстандың йыр һәм бейеү ансамбленең сығыштарын ҡарай аласаҡбыҙ.
4 октябрҙә Мәскәүҙән абруйлы коллектив– Людмила Зыкина исемендәге “Рәсәй” дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаясаҡ.