Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһе уҙҙы

Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһе уҙҙы

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле композитор Салауат Низаметдиновтың (1957 - 2013) тыуыуына 65 йыл тулыуға бағышланған «Һағынамын...» хәтер кисәһе үтте («Һағынам...»). Программала Маэстроның киң билдәле йырҙары яңғыраны.

Кисә Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина башҡарған «Миңә ҡыйын» йырынан башланды.

«Яҡын дуҫым Салауат Низаметдиновһыҙ, ысынлап та, бик ҡыйын. Ижадымдың ҙур өлөшөн уның йырҙары тәшкил итә. Улар минең өсөн һауа кеүек. Легендарь композиторыбыҙ  беҙгә бай музыкаль мираҫ ҡалдырҙы. Уның хәтер кисәләрен беҙ йыл һайын уҙғарабыҙ. Маҡсатыбыҙ - Салауат Низаметдиновтың ижадын киңерәк танытыу. Беҙ уның йырҙарының йәш артистар репертуарында йәшәүен, инструменталь әҫәрҙәренең һәм операларының яңғырауын теләйбеҙ», - тине Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы.

Композиторҙың ҡыҙы Ләйсән Низаметдинованың һәм уның дуҫы Айнур Әбделғәзизовтың «Күҙ нурым» йырына бейеүе иң сағыу сығыштарҙың береһенә әүерелде. Был йырҙы башҡорт һәм татар эстрадаһы артистары, шулай уҡ Рәсәй йырсылары Алһыу һәм Земфира башҡара.

«Мин XI класта уҡыйым, бала саҡтан бейеү менән шөғөлләнәм. Был бейеүҙе үҙем ҡуйҙым. Унда минең партнёрым ҡара күҙлектә сығыш яһай һәм атайым - һуҡыр композитор образын кәүҙәләндерә, ә мин уның илһам ҡошо образын һынладырам», - тине Ләйсән.

Тамашасылар залында, композиторҙың ижадын һөйөүселәрҙән тыш, уның тол ҡалған ҡатыны Рәзидә Низаметдинова һәм Учалы районынан килгән туғандары ла бар ине.

«Салауат Низаметдиновтың вафатынан һуң донъя күргән «Тәүбә» хәтирәләр китабы буйынса нәфис фильм төшөрөргә ниәтләйбеҙ, әлеге ваҡытта режиссер эҙләйбеҙ. Композиторҙың исемен мәңгеләштереү буйынса тағы ла ике ҙур бурыс тора - уның операларын тергеҙеү һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең парктарҙың береһенә Салауат Низаметдиновтың исемен биреү буйынса ҡарарын тормошҡа ашырыу», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәзидә Хәлиҙәр ҡыҙы.

Концертта Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсурина, республиканың атҡаҙанған артистары Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Рөстәм Шаһбалов, Тимур Рамазанов, Алиса Йомағәлиева, Нурзиә Сабитова, Илдар Абдуллин, Лев Ҡолошев, Салауат Мөхәмәтйәров, Янбулат Мөхәмәтдинов ҡатнашты. Роялдә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев һәм Ольга Хәйруллина уйнаны.

Легендар композиторҙың 65 йәшенә арналған сараларҙың дауам итеүе ҡыуаныслы. 31 мартта һәм 2 апрелдә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Тәүбә: Салауат Низаметдиновтың тормош һәм ижад биттәре» тип аталған әҙәби-музыкаль кисәләр ойошторола. Билеттарҙы ошо һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин.

Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһе уҙҙы
Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһе уҙҙы
Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһе уҙҙы
Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһе уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb