Бөгөн, 15 майҙа, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо ваҡиға айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә "Заман көҙгөһө" ("Зеркало времени") исемле фотоальбом донъя күрҙе.
Таңсулпан Бабичева өсөн театр сәнғәт төрө генә түгел, ә йәшәүҙең үҙе. Нәшриәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, китапта театр донъяһындағы тәүге аҙымдар, ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек, шиктәрҙе, сыуалыштарҙы, ҡурҡыуҙарҙы еңеү тураһында бәйән ителә. Автор күп йыллыҡ ижади һәм педагогик эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй, шәхси хәтирәләре, уникаль архив материалдары менән уртаҡлаша, диплом спектаклдәренә, шулай уҡ киң танылыу яулаған "Бабич" һәм "Беренсе Республика" фильмдарына ентекле анализ яһай.
Китап киң уҡыусылар даирәһенә, айырыуса театр сәнғәтен һөйөүселәргә, тәғәйенләнгән.