Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма артистары "Бер, ике, өс..." спектаклен күрһәттеләр

Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма артистары "Бер, ике, өс..." спектаклен күрһәттеләр

Кисә Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма артистары "Бер, ике, өс..." спектаклен күрһәттеләр. Үҙенең ижад емешен баһаларға Мәскәүҙән пьесаның авторы Олжас Жанайдаров килде.Тамашанан һуң йәш драматургтар, яҙыусылар һәм актерҙар менән йылы осрашыу, фекер алышыу булды. Олжас Ерҙен улына уның әҫәре буйынса, ижады хаҡында бик ҡыҙыҡлы һорауҙар бирелде. Автор үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште һәм спектаклде сәхнәләштереүсе режиссер Ильсур Ҡаҙаҡбаевҡа, бөтә ҡатнашҡан артистарға, театрға оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

"Киләсәктә лә казах драматургы менән дуҫлыҡ ептәребеҙ өҙөлмәҫ, ә киреһенсә, нығыныр тигән өмөттә ҡалабыҙ", - тип ышаналар театрҙа.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb