Өфөлә Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһе үтәсәк

Өфөлә Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәһе үтәсәк

18 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Башҡорт АССР‑ының һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтә.

Салауат Низаметдиновтың исемен беҙ уның үлемһеҙ йырҙары менән мәңгелләштергәнбеҙ. Композиторҙың төрлө әҙиптәр һүҙҙәренә яҙылған 200-ҙән ашыу йыры бар. Ижады яғынан күп яҡлы композитор булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Низаметдинов операны яҡыныраҡ итә. Уның Мостай Кәрим әҫәрҙәре нигеҙендә яҙылған «Ҡара һыуҙар», «Ай тотолған төндә», шулай уҡ «Memento» һәм «Нәҡи» исемле опералары Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, «Мөхәббәт йондоҙо» рок-операһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә ҡуйылды. Дөйөм алғанда, сәнғәт әһеленең ижад диапазоны бер үк ваҡытта опера һәм симфонияларҙы, хор әҫәрҙәрен һәм романстарҙы, драма спектаклдәре музыкаһын һәм эстрада йырҙарын үҙ эсенә ала.

Программала композиторҙың билдәле йырҙарын филармония артистары Әлфиә Юлсурина, Ғәли Алтынбаев, Нәзифә Ҡадырова, Рөстәм Шаһыбалов, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Дияна Ишниязова, Тимур Рамазанов, Алиса Жумағәлиева, Салауат Мөхәмәтйәров, Илдар Абдуллин һәм башҡалар башҡарыуында ишетәсәкһегеҙ.

Билеттарҙы «Пушкин картаһы» менән алыу мөмкинлеге бар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb