Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Өфөлә «SAUERFEST» халыҡ-ара фестивале башланды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 26 октябрь 2016
Өфөлә «SAUERFEST» халыҡ-ара фестивале башланды
Кисә, йәғни 25 октябрь көнө, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында унынсы Халыҡ-ара «Sauerfest» орган фестивале башланды. Байрам кисәләре декабрҙең 20-нә тиклем дауам итәсәк.
Өфөлөләргә Италия, Испания, Франция илдәренең, Мәскәү, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларының орган сәнғәте оҫталары менән осрашыу бәхете тейәсәк.
«Sauerfest» орган фестивален рәсәй музыка тәнҡитсеһе, виолончелист Артем Варгафтик алып барҙы.
Тамашасылар «Бах и Мендельсон. Перезагрузка» программаһын ихлас күңедән тыңланылар.
30 октябрь көнө Санкт-Петербург ҡалаһынан "Piligrim horn quartet" валторн квартетының килеүе көтөлә. "PiliGrim Horn Quartet “ репертуары бик бай, валторн квартет классикаһынан оригиналь әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. Ансамблдә Станислав Авик, Мирон Кирилл, Павел Федоров, Никита Глагольев, Иван Васильев ҡатнашасаҡ.
Йәш музыканттар БДФ-ның органисы, БР-ның атҡаҙанған артисы Эльвира Хәйретдинова менән сығыш яһаясаҡтар.
10 ноябрь көнө Эльвира Хәйретдинова Мәскәү ҡалаһы гобоисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Алексей Балашов менән дуэт башҡарасаҡ.
Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 15 ноябрь көнө Италиянан М.Таривердиев исемендәге IX Халыҡ-ара органистар конкурсы лауреаты, органист үткәрергә йыйына.
3 декабрь көнө БДФ сәхнәһендә «Canto viva» ансамбленың сығышын ҡарай аласаҡһығыҙ.
11 декабрь көнө Париж ҡалаһынан Давид Кассан маэстроһы киләсәк. «SAUERFEST» халыҡ-ара фестивале 20 декабрь көнө испан музыканты Раул Родригестең сығышы менән тамамланасаҡ.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө