Өфөлә "Шаляпин кисәләре" фестивале "Фауст" операһы менән асылды

Өфөлә "Шаляпин кисәләре" фестивале "Фауст" операһы менән асылды

Кисә Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсы асылды. Ике аҙна дауамында тамашасылар иғтибарына шулай уҡ "Риголетто", "Кармен", "Ал сәскә", "Травиата", "Аҡҡош күле" кеүек билдәле әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Рәсәйҙең 12 ҡалаһынан тыш, Грузия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Монгология, Испания, Болгария артистарының сығыштары көтөлә.

Жюри рәйесе - Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Асҡар Абдразаҡов. Сығыштарҙы Рәсәйҙең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре баһалай. Улар —Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры төп дирижеры Артем Макаров,  Мария театрының йәш опера йырсылары академияһы етәксеһе Лариса Гергиева, Елена Образцованың Халыҡ-ара музыка академияһы директоры Елена Макарова, Өфө сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор Фәрзәнә Сәғитова, Ҡаҙаҡстандың атҡаҙанған эшмәкәре, “Астана Опера” дәүләт опера һм балет театрының солисткаһы Жупар Габдуллина, Азербайджандың атҡаҙанған артисткаһы Сабина Асадова.

Бәйгенең ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй театрҙар эшмәкәрҙәре һәм  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, конкурстың партнеры- Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb