Өфөлә Шаляпин кисәләре уҙа

Өфөлә Шаляпин кисәләре уҙа

13-25 сентябрҙә опера сәнғәтенең 16-сы халыҡ-ара фестивале Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙасаҡ. Мәҙәни форум Шарль Гуноның "Фауст" операһы менән асыла. Тамашаны сәхнәгә ҡуйыусы дирежер — "Алтын битлек" Рәсәй театраль премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артем Макаров, ҡуйыусы-режиссеры Георгий Исаакян.

Фестиваль сиктәрендә Федор Шаляпин исемендәге 2-cе халыҡ-ара вокалистар конкурсы ла уҙасаҡ. Конкурс йәш таланттарҙы һәм башҡарыусыларҙы асыҡлауҙы, вокал сәнғәтен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ҡырҡ биштән ашыу конкурсант опера сәнғәтен башҡарыу оҫталығында көс һанашыр тип көтөлә.

Ҡатнашыусыларҙың георафияһы ла бай: Рәсәй, Грузия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Монголия, Испания, Болгария илдәренән һәм илебеҙҙең 12 ҡалаһынан. Конкурсанттарҙы Асҡар Абдразаҡов рәйеслегендәге абруйлы жюри баһалаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb