Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан башҡорт йәмәғәтселеге Өфөләге Мосолмандар зыяратында шағирҙың ҡәберенә барҙы.
Йыйылған ҡунаҡтар алдында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов сығыш яһаны:
"Рәми Ғарипов башҡорт шиғриәтен, әҙәбиәтен яңы кимәлгә күтәргән һәм үҙен ихласлығы менән мәңгеләштергән. Был эскерһеҙлек Тыуған илгә, халыҡҡа, тормошҡа, ғөмүмән, йәшәүгә һөйөүҙә лә сағыла. Шиғырҙары - кешелеклелек өлгөһө, шуға күрә бөгөн бында төрлө аудиторияның килеүе ҡыуаныслы. Рәми Йәғәфәр улын иҫкә алырға бик күп кеше килде. Беҙҙең өсөн был ҙур байрам. Республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән мин, республика властары шағирҙың ижадын һәм хәтерен һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә һәм бирәсәк, тип ышандыра алам. Азамат Рәми улы, Гөлнара Рәми ҡыҙы менән бик күп проекттарҙы тикшерәбеҙ һәм быйыл тормошҡа ашырырбыҙ тип уйлайым. Был архивты цифрлаштырыуға, тикшеренеүҙәргә мөмкинлек бирәсәк, уның тормошонан һәм ижадынан бик күп ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе асып бирәсәк. Шулай уҡ быйыл «Китап» нәшриәтендә Рәми Ғариповҡа арналған бер юлы биш баҫма сыға".
Башҡорт йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм журналистар шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалды.