БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында шағирә Зөлфиә Ханнанованың “Таш ҡатын” тигән шиғри йыйынтығының исем туйы уҙҙы. Ижади кисәгә яҙыусылар, тәржемәселәр, журналистар, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары һәм студенттары йыйылды. Улар араһында Санкт-Петербургтан билдәле шағир, прозаик, драматург, тәнҡитсе һәм журналист Юрий Татаренко ла бар ине.
– Китабымда мин “Кем ул таш ҡатын?” тигән һорауға яуап эҙләйем. Таш – башҡорт әҙәбиәтендә йыш осрай торған образ. Йырҙа ла бит: “Тарих яҙыр инем ташына…” тип йырлана. Таш ҡатын образында ҡатын-ҡыҙҙың рухи ныҡлығын күҙ уңында тотам, ирҙәре менән иңгә-иң терәшеп яуҙа алышҡан ҡатындарҙы күрәм. Ниндәй генә тетрәнеүҙәр булмаһын, ҡатын-ҡыҙ, таштай ныҡлыҡ һаҡлап, йорт-нигеҙенә, һөйөүенә тоғро ҡала, тормош ауырлыҡтарын ире менән тиң күтәрә.
Таш ҡатын һыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фойеһында ла тора. Йыш ҡына алдында туҡтап, уйланып торғаным бар. Һөҙөмтәлә ошо шиғыр тыуҙы, – тине шағирә.
– Һеҙҙең ижад, тормоштоң үҙе кеүек үк, күп яҡлы. Ябай булмаған осорҙа ижад итеү, өҫтәүенә ике телдә йыйынтыҡ сығарыу – ҙур ҡаҙаныш. Яҙыусылар союзының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе – авторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеү. Яҙыусы һәм шағирҙарыбыҙ, бер-бер артлы тәржемәле йыйынтыҡтар сығарып, яңы үрҙәр яулай. Ижад ҡанаттарығыҙ талмаһын, – тине ул.