Өфөлә щепкинсыларҙың гастролдәре уҙасаҡ

Өфөлә щепкинсыларҙың  гастролдәре уҙасаҡ

15 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының сығарылыш студенттарының гастролдәре башланасаҡ.  

Мәскәү студенттары  «Ҡоштар осорам» исемле концерт программаһын һәм диплом спектаклдәрен күрһәтәсәк. Тамашалар театрҙың Бәләкәй залында уҙасаҡ.

М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын быйыл Башҡортостандан 15 йәш артист тамамлай: Елизавета Алексеева, Айнур Ғәбитов, Илнур Ғәниев, Нурислам Даянов, Илүзә Итекәева, Илүзә Мерәҫова, Сабина Кирәева, Таһир Солтанов, Лилиә Сәғитова, Аэлита Тихонова, Әбйәлил Үтәбаев, Дилә Фәттәхова, Таң Хөсәйенов, Илдар Яҡупов, Элвира Йәрмөхәмәтова. Башҡорт студияһының художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, профессор Дмитрий Кознов.

Өфөлә щепкинсыларҙың  гастролдәре уҙасаҡ
Өфөлә щепкинсыларҙың  гастролдәре уҙасаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb