Өфөлә шәхси “the Театр” театры ҡанат ҡаға

Өфөлә шәхси “the Театр” театры ҡанат ҡаға

“the Театр” проекты 2013 йылдың 13 сентябрендә З. Ис­мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап сыҡҡан бер төркөм йәш актерҙар тарафынан төҙөлә.
Театрҙың репертуары төрлө-төрлө, сағыу булыуы һәм ҡыйыулығы, тура һүҙлелеге ме­нән үҙенә йәлеп итә. Һуңғы сифаты бигерәк тә шатландыра, сөнки нисек бар, шулай тураһын әйтеү күптәребеҙгә оҡшап етмәһә лә, барыбер уйландыра, һиҫкәндерә. Иң мөһиме – күңелдең иң ҡараңғы мөйөштәренә тиклем барып етеп, зиһенде, йоҡлап ятҡан ғәмебеҙҙе уятып ебәрә. Тап “the Театр” сәхнә­һендә ҡуйылған спектаклдәрҙән һуң икенсе төрлө фекерләй башлаған, донъяға ҡараш­тарында нимәлер үҙгәргән кешеләр бар.

 

Театр ҡуйған сәхнә әҫәрҙәренең береһе-
Анна Яблонская пьесаһы буйынса “Ҡай­ҙалыр һәм эргәлә” (“Где-то и около”) спектакле. Был әҫәр – Надя, Миша һәм Толик исемле өс геройҙың үҙ бәхетен эҙләүе хаҡында йылы, көлкөлө, тетрәндергес һәм тормошсан тарих. Бәхет артынан саба торғас, геройҙар был төшөнсәнең гел үҙҙәре менән булыуын онотоп китәләр, имеш... 
Спектакль Өфө сәхнәһендә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа ла үҙ тамашасыһын таба, Ҡазандағы “Һөнәр”, Силәбеләге “Театр кешеһе” (СНЕLoBEK ТЕАТРА), Кишиневтағы “МОЛДФЕСТ. Рампа.Ру” халыҡ-ара фести­вал­дәрҙә ҡатнаша. Һәр ерҙә уны айырыуса һөйөү, алҡыштар менән ҡаршы алалар. 
“Ҡояшлы һыҙыҡ” спектаклен дә тамашасы көтөп ала. Хәҙерге заман күренекле драматургы Иван Вырыпаевтың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән тамаша мөхәббәт хаҡында. “Йәнәш тороп та бер-беребеҙҙән алыҫ була алыуыбыҙ хаҡында был спектакль”, – ти ак­тер­ҙар. Әҫәр үтә лә тормошсан булыуы менән арбай, һөйөүҙәрен законлы никах менән беркетеп тә, бөтмәҫ һүҙләшеүҙәр арҡаһында хистәре упҡын ситендә булған ике йөрәк хаҡында һөйләй.
Билдәле замана шағирәһе Вера Полоз­кованың шиғырҙарына ҡоролған “Вера” исемле спектакль шиғриәт һөйөүселәрҙең күңелен­дә ауаз таба. Вера Полозкованың ижады яң­ғыҙлыҡ, үҙ-үҙеңде табыу, йәмғиәттәге ке­ше­нең роле, һәм, әлбиттә, мөхәббәт хаҡында тетрәндергес шиғырҙар аша һөйләй, ә “the Театр” актерҙары Тамара Адамова, Валентина Щиблева һәм Артем Сәмиғуллин шул шиғырҙарҙы сәхнәнән яңғыратып ҡына ҡалмай, ә һәр береһен уйнай, илай, көлә, асыулана, һағышлана. 
Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы спектаклдәрҙән башҡа театр шулай уҡ кескәйҙәр өсөн әкиәттәр ҙә ҡуя. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “the Театр”ҙың майҙансығы ҙурҙан түгел һәм бөтә спектаклдәрендә лә тиерлек декорациялар минимализмға ҡоролған, әммә был әҫәрҙе йөрәккә яҡын алып, ихлас күңел менән ҡарарға һис тә ҡамасауламай. Юҡтан да ҡыҙыҡлы, хәтерҙә ҡалырлыҡ сәнғәт өлгөләре тыуҙырып булғанын иҫбатлай был театр әһелдәре. 
“Ҡыйыулыҡ ҡалалар яулар”, тиҙәр.

“the Театр” үҙ тамашасыһын тапҡан, алдағы көндәрҙә лә театрҙың үҙенсәлекле репертуары менән танышасаҡ тамашасылары бихисап булыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb