31 ғинуарҙа «Торатау» конгресс-холының ултырыштар залында күренекле шағир, башҡорт шиғриәте классигы һәм дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған «Шәйехзада Бабич феномены» тигән түңәрәк өҫтәле уҙа. Ойоштороусыһы – Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы.
Түңәрәк өҫтәлдә күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалим әҙәбиәтселәр, тарихсылар, шағирҙар, яҙыусылар, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары, әҙәбиәт, театр һәм кино сәнғәте эшмәкәрҙәре, артистар, студенттар, уҡыусылар ҡатнаша. Сығыштарҙа Бабичтың шиғриәтенә, шулай уҡ әҙәбиәт һәм сәнғәттең төрлө тармағында күренекле шәхестең образын һынландырыуға төп иғтибар бүленәсәк.
Шәйехзада Бабич, ҡыҫҡа ғына ғүмер кисереүенә ҡарамаҫтан, башҡорт әҙәбиәтендә һәм ижтимағи тормошонда сағыу эҙ ҡалдырырға өлгөрҙө. Уның мәҙәниәткә һәм әҙәбиәткә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Түңәрәк өҫтәл уның мираҫын тикшереү һәм артабанғы быуындарға еткереү өсөн яҡшы майҙансыҡ буласаҡ.
Түңәрәк өҫтәл барышында «Ал да нур сәс халҡыңа!» күргәҙмәһе ойошторола, унда Шәйехзада Бабич музейы һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондтарынан уникаль экспонаттар күрһәтелә. Килеүселәр шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында һөйләйәсәк һирәк осраған документтар, әҙәби әҫәрҙәр һәм шәхси әйберҙәр менән таныша аласаҡ.
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн 7 (347) 280-87-56 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә.