Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Июнь айында Өфөлә күренекле башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыласаҡ.

Шағирға һәйкәлде "Башҡортостан" дәүләт концерт залы янындағы майҙанда урынлаштырыу планлаштырыла. Уны июндә Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын уҙғарыу барышында асыу күҙаллана.

Шәйехзада Бабичтың һәм танылған шәхестәрҙең исемдәрен «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» проекты сиктәрендә мәңгеләштерергә тәҡдим ителгәйне.

Республика мәҙәниәт министрлығы һәйкәлгә конурс иғлан итте. Профессиональ скульпторҙар һәм коллективтарҙан ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәттәр менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb