Өфөлә Симфоник төн үтте

Өфөлә Симфоник төн үтте

Кисә, 15 июнь көнө Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Сара Өфө амфитеатрында тәүге Симфоник төн менән асылды.

Фестивалде Йәштәр симфоник оркестры концерты менән башланып китте. Симфоник төндә Чайковскийҙың, Григтың, Шуберттың классик әҫәрҙәре яңғыраны, Заһир Исмәғилевтың, Морат Әхмәтовтың музыкалары барыһын да әсир итте.

Йәш музыканттар – виолончелсы Рөстәм Хәмиҙуллин һәм Аяз Нухов, ҡурайсы Артур Ғайсаров, флейтасы Инна Фоменко сығыш яһаны.

Билдәле йырсылар Илһам Вәлиев, Артур Ҡәйепҡолов, Гөлнара Вәлиева, Аида Ғабдулхаҡова, Регина Звегинцева, Иҙел Аралбаев һәм Радмир Хәсәнов үҙ сығыштары менән барыһын да хайран ҡалдырҙы.

Симфоник төн сиктәрендә тамашасыларға «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән йәнһүрәттәр күрһәтелде.

Бөгөн,16 июнь-Этнотөн,ә артабан фестивалде Милли симфоник оркестр менән икенсе Симфоник төнө дауам итәсәк, «Мираҫ» ансамбленең концерты, «Өфө-Ҡурайфест» тамашаларынан ситтә ҡалмағыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb