Өфөлә "Совет фарфоры: сәнғәт һәм пропаганда" күргәҙмәһе дауам итә

Өфөлә "Совет фарфоры: сәнғәт һәм пропаганда" күргәҙмәһе дауам итә

Башҡортостан Республикаһы Милли музейында "Совет фарфоры: сәнғәт һәм пропаганда" тип аталған күргәҙмә дауам итә.

Экспозицияла өс йөҙҙән ашыу экспонат бар. Уларҙы Өфө коллекционеры Валерий Мальков йыйған. Күргәҙмәнең үҙенсәлеге: бында Советтар Союзындағы бар фарфор завтодтарының да изделиеларын күрергә мөмкин. Экспонаттар араһында халыҡ оҫталарының да эштәре бар. Бала саҡ, йәшлек йылдарын хәтерләткән әйберҙәр күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ, ти музей хеҙмәткәрҙәре.

Совет заманында етештерелгән фарфор изделиелары илебеҙ тормошон һәм йәшәйешен пропагандалаған. Күргәҙмәне тамаша ҡылыусылар был скульптураларға ҡарап, үҙҙәренең бала сағын иҫкә төшөрөр.

"Совет фарфоры : сәнғәт һәм пропаганда" тип аталған күргәҙмә Советтар иленең барлыҡ фарфор заводтарында етештерелгән статуэткаларҙы үҙ эсенә ала. Күргәҙмә ике ай эшләйәсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb