Әлеге ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәре буйынса «Сыңғыҙхандың аҡ болото» (Е.Баранчикова сәхнә версияһында) спектакленең репетициялары бара. Ижади төркөмгә балетмейстр Ирина Филлиппова ла ҡушылды.
Филиппова Ирина Николаевна — билдәле хореограф, уҡытыусы. Ҡуйыусы балетмейстер булараҡ ул 60-тан ашыу спектаклдәр ижад итеүҙә ҡатнашҡан. Режиссерҙар һәм пластика буйынса педагогтар Гильдияһы ағзаһы. Әйткәндәй, Ирина Филиппова – республикабыҙҙың иң юғары бүләгенә лайыҡ булған сәнғәт эшмәкәре, – 1994 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (Флорид Бүләков, Гөлдәр Ильясова менән бергә) тапшырылды.
Спектаклдең ҡуйыусы төркөмөндә режиссер Мөсәлим Күлбаев, балетмейстер Ирина Филиппова, рәссам Альберт Нестеров, композитор Урал Иҙелбаев эшләй. Премьера 21, 22 февраль көндәренә билдәләгән.