Проектты тормошҡа ашырырға теләүсе сәнғәт белгестәре Өфө картаһында халыҡ зауығына яуап биргән үҙәк ижади эшҡыуарлыҡты ла үҫтерәсәк, тигән фекерҙә.
«Болоттар» заман сәнғәт үҙәге командаһы арт-баҙарҙы 2013 йылдан үҫтерә. «Сәнғәт паркы» проекты бер-нисә йүнәлештән торасаҡ. Парк биләмәләрен төҙөкләндереү сиктәрендә: йүгереү һәм велосипедта йөрөү юлдары, газондар, эскәмйәләр, яҡтыртыу бағаналары, йәйге сәхнә һәм һырғалаҡ төҙөү ҡаралған.
Дмитрий Винкельман, архитектор: «Трамвай урамына яҡын ерҙә әүҙем ял итеү урыны буласаҡ. Паркка инеү урыны Калинин паркы туҡталышынан һуң урынлаштырыласаҡ. Уның эргәһендә креатив әүҙемлек нөктәләре: дизайн бюроһы һәм арт-объекттарҙың аллеяһы көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙыласаҡ».
«Сәнғәт паркы»нда шулай уҡ Заман сәнғәт үҙәге, Музыка йорто, сувенир һәм китап магазиндары, рәссам оҫтаханалары, бейеү студиялары, дизайнер ойошмалары, кампустар, спорт үҙәктәре, кафе һәм ресторандар төҙөү ҙә планлаштырыла.
Бындай киң инфраструктуралы төҙөлөштө башлар өсөн тәҡдим индереүселәр төркөмө Өфө ҡала хакимиәте етәкселегенә ер биләмәләрен бүлеү хаҡында хат менән мөрәжәғәт итте. Йәштәрҙең ҡыйыу проекты хуплау тапты. Проект йәш һәләттәр һәм эшҡыуарҙар сығымдарына бюджеттан тыш финансланасаҡ.
Валерьян Гагин, заман сәнғәт үҙәге етәксеһе: «Ситтән эксперт килеп үҙенең бизнесын тәҡдим итә һәм беҙ һеҙҙең талаптарға тап киләбеҙ, аҡса эшләү мөмкинлегенә эйә буласаҡбыҙ. Беҙ эшләргә тейеш, тырышлыҡ күрһәтмәйенсә, үҙ юлыңдан бармайынса алға китеү юҡ».
Калинин исемендәге парк башҡаларынан бер кем дә ял итмәүе менән айырылып тора. Ҡуйы ағастар йырып сыға алмаҫлыҡ шырлыҡҡа әйләнгән. Йәйгеһен ул наркомандарҙың һәм асарбаҡтарҙың төйәгенә әүерелә. Бер-нисә йылдан был шыҡһыҙ урында Рәсәйҙә тиңе булмаған сәнғәт паркы ҡалҡып сығасаҡ. Илле гектар ерҙә балалар һәм өлкәндәрҙең ял урынын урынлаштырыу ҡаралған.
Калинин исемендәге паркка 1961 йылда нигеҙ һалына. Бында берҙән-бер һәйкәл - Рәсәй революционеры Михаил Калининға ҡуйылған. Әлеге ваҡытта парк биләмәләре ҡараусыһыҙ ҡалған урман хәлендә. Бында халыҡҡа ял итер өсөн бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар юҡ.
Идеялар һәм тәҡдимдәр октябргә тиклем ҡабул ителә. Йәмәғәт тыңлауҙарын үткәндән һуң, сәнғәт паркын төҙөүҙе тормошҡа ашырырға ғына ҡала. Алдан уйлап, маҡсатлы башҡарылған проектҡа күпләп инвесторҙар йәлеп ителәсәк. Был ташландыҡ урман республиканың мәҙәни үҙәгенә әүерелеп кенә ҡалмай, донъяның төрлө илдәренән ағылған туристарҙың да яратҡан урынына әйләнәсәк.