Бөгөн, 18 ноябрҙә, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда «Табын» башҡорт халыҡ ижады коллективы Наил Ғәйетбаевтың «Ике һайыҫҡан» пьесаһы-әкиәте буйынса спектакль тәҡдим итте.
«Әкиәт ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә һәм йәш быуын өсөн мөһим. Ул йырҙар, мажаралар һәм изгелек менән һуғарылған. Маҡсатыбыҙ - тамашасыларға кеше ғүмеренең иң мөһим ҡиммәттәрен күрһәтеү. Әкиәт үҙ-үҙеңә ышанырға, алдамаҫҡа һәм урлашмаҫҡа өйрәтә», - тип уртаҡлашты ҡуйыусы режиссер, «Табын» башҡорт халыҡ ижады коллективы режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов.
Премьеранан һуң йәш тамашасылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм театрҙың режиссеры, актерҙары менән аралашты.
Сара «Пушкин картаһы» проектына ярашлы уҙҙы.
"Табын" коллективы артистары ике телдә уйнай. Бөгөнгө спектакль рус телендә күрһәтелде. 21-23 ноябрҙә "табындар" Ҡыйғы, Дыуан һәм Салауат райондары балалары өсөн спектаклде башҡорт телендә уйнаясаҡ.