Өфөлә “Талантлыбыҙ бергәләп” республика конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте

Өфөлә “Талантлыбыҙ бергәләп” республика конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте

Күптән түгел Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә республика махсус китапханаһында инвалид-балалар араһында “Талантлыбыҙ бергәләп” республика конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Сара мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәләттәрен асыуҙы, китап уҡыуҙы әүҙемләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны.

Конкурс өс номинацияла тәҡдим ителде һәм түбәндәге ҡатнашыусылар еңеүсе тип билдәләнде: “Аҡыл баҫҡыстары” номинацияһында 1-се урын – Миронова Анна-Виктория, “Бар ғаиләбеҙ менән уҡыйбыҙ” номинацияһында 1-се урынға Фәттәхов Родион, “Ғаилә һандығы” номинацияһында 1-се урынды Сальников Алексей яуланы.

Конкурста республикабыҙҙың 39 районынан дөйөм белем биреү һәм коррекцион мәктәптәренән 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге 97 бала ҡатнашты.

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы 2019 йылға анонс яһаны.

 Киләһе йыл уҙасаҡ был конкурс М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға бағышланасаҡ һәм “Башҡортостан! Яҙмышымдың яҡты нуры!” тигән исем аҫтында уҙғарыласаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb