Өфөлә Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Өфөлә Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды

Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы үҙәк Башҡарма Комитетының беренсе рәйесе Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы, балерина Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан күргәҙмә асылды.

 Өфө сәхнәһендә 23 йыл бейегән Тамара Шәһит ҡыҙын коллегалары һәм уның ижадын һөйөүселәр «ҡояш балеринаһы» тип атай, сөнки артистка тиҙ, темпераментлы партияларҙа сағыу сығыш яһай.

«Тамара Хоҙайбирҙина – балерина, педагог, остаз» күргәҙмәһе атаһының исемендәге йорт-музейында урынлашҡан, унда талантлы артистка үҙе лә ғүмеренең яртыһын тиерлек үткәргән. Экспозицияны шартлы рәүештә өс зонаға бүлергә мөмкин. Беренсеһе – ғаилә мөйөшө, унда артистың атаһы-әсәһе менән фотоларын, балеринаның трюмоһы һәм макияж өсөн аксессуарҙарын күрергә мөмкин. Күргәҙмәнең икенсе өлөшө уның сәхнә эшмәкәрлегенә арнала. Костюмдар, афишалар, сығыштарҙан алынған фотолар урын алған.

Күргәҙмәнең төп үҙенсәлеге булып – Фәйзи Ғәскәров уның өсөн махсус рәүештә ҡуйған легендар «Мөғлифә» бейеүенән костюмдың оригиналы тора. Ысынында, был бейеү менән балерина дан алған. Сәхнә кейемен атаһының тыуған төйәге Күгәрсен районынның Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музейы тәҡдим итте.

- Беҙ опера һәм балет театры менән тығыҙ эшләнек. Улар «Сыңрау торна» балетынан костюмдар һәм пуанттар бирҙе. Беҙ туғандарынан әйберҙәр йыйҙыҡ, улар уның шәхси әйберҙәрен, мәҫәлән, яулыҡ алып килде. Шулай уҡ уның ҡулы менән яҙылған автобиографияһы һәм Тамара Шәһит ҡыҙының бөтә юлын күҙәтергә мөмкин булған хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе бар ине. Күргәҙмәнең төп өлөшөн музейыбыҙ фондынан экспонаттар тәшкил итә, - тип һөйләне Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музейҙың ғилми хеҙмәткәре Дана Миһранова.

Экспозицияның өсөнсө өлөшө Тамара Хоҙайбирҙинаның педагогик эшмәкәрлегенә арналған. Сәхнәнән киткәндән һуң, 1964 йылдан 1998 йылға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт институтында һәм училищеһында уҡыта, 34 йыл эсендә йондоҙҙар плеядаһын тәрбиәләй.

Бөгөн күргәҙмәне асыу тантанаһына коллегалары, уҡыусылары, башҡорт прима-балеринаһының ижадын һөйөүселәр килде.

- Мин Тамара Шәһит ҡыҙында уҡыным, һуңынан оҙаҡ йылдар бергә эшләнем, шуға күрә уны яҡшы беләм. Ул бик талантлы ине. Әлбиттә, мин уны сәхнәлә балерина итеп күрмәнем, әммә педагог булараҡ мин уны бик яраттым. Бөгөн бындай остаздар юҡ. Ул донъяның бөтә этикеттарын, халыҡтарҙың сәхнә костюмдарын, уларҙың бейеүҙәренең характерын һәм хәрәкәттәрен белә ине, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Әхәт улы Абушахманов.

Мин уны шәхсән белеүем менән маҡтана алмайым. Әммә һеҙ беләһегеҙ, тормошта барыһы ла шул тиклем ҡыҙыҡлы. 1970 йылда беҙҙе Ленинград хореография училищеһына ҡабул иткәндә, комиссия ағзалары араһында Тамара Шәһит ҡыҙы була. Ни өсөн ул миңә шәхсән хәтерҙә ҡалған? Сөнки мин уға оҡшаным. Һәм, уның ярҙамында мин балерина булдым тип әйтергә була", - тине Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының хореография бейеүе кафедраһы мөдире Олия Вилданова.

Күргәҙмә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музейҙа 30 сентябргә тиклем эшләйәсәк.

Белешмә:

Тамара Хоҙайбирҙина 1923 йылдың 1 авгусында Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы үҙәк Башҡарма Комитетының беренсе рәйесе Шәһит Хоҙайбирҙин ғаиләһендә тыуған. Атаһы ҡыҙына йәш тә дүрт ай тирәһендә сирләп вафат була.

Ул Ваганов исемендәге Ленинград хореография училищеһының башҡорт бүлегендә уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Тамара Хоҙайбирҙина сығарылыш уҡыусылары менән бергә Өфөгә ҡайта һәм Һуғыш йылдарында Башҡорт опера һәм балет театрында профессионалдар менән бер рәттән эшләй. Һуғыштан һуң уҡыуын тамамлап, Тамара Шәһит ҡыҙы театрҙың төп солистарының береһе була. Айырыуса, уның ғәҙәттән тыш темпераменты, Пуниҙың шул уҡ исемле балетында Эсмеральда, Борис Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны»нда Зарема партияларында уңышлы була. Ул “Зөһрә”, “Шахерезада”, “Торналар сыңы”, “Ҡыҙыл сәскә”, “Лауренсия”, “Йәшен һуҡмағы”, “Баҡсаһарай фонтаны” һәм башҡа классик балеттарҙа төп һәм төп партияларҙы беренсе башҡарыусы була. Һуңғы тапҡыр тыуған сәхнәһенә ул 1964 йылда «Баҡсаһарай фонтаны» менән Зарема ролендә сыға. Был уның яратҡан роле була, ул уны егерме йыл дауамында уңышлы башҡара.

Тамара Хоҙайбирҙина башҡорт халыҡ бейеүҙәрен талантлы башҡарыусы булараҡ та билдәле була, уның репертуарына Фәйзи Ғәскәров ҡуйған «Мөғлифә», «Шишмә буйында», «Бүләк», «Дуҫлыҡ» бейеүҙәре инә.

Милли мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн уға «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» һәм «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. 1953 йылда ул Бухареста 4-се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты була.

Тамара Хоҙайбирҙина 1998 йылдың апрелендә вафат була һәм Өфөлә ерләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb