Өфөлә танылған виртуоз баянсы Айнур Фәтихов вафат булған

Өфөлә танылған виртуоз баянсы Айнур Фәтихов вафат булған

Өфөлә билдәле музыкант, баянсы Айнур Фәтихов вафат булған. Уға 37 йәш ине.

Айнур Фәтихов 1983 йылдың 22 февралендә Өфөлә виртуоз баянсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтиховтың ғаиләһендә тыуған. 2001 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы урта махсус музыка мәктәбен тамамлай. Баян класы буйынса белем ала.

1997 йылда Айнур Швейцарияла «Донъя кубогы» халыҡ-ара баянсылар конкурсында VII урынды яулай, шулай уҡ уҡыған йылдарында төрлө халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә еңеп сыға.

Уҡыған сағында уҡ уны Салауат Фәтхетдинов, Айҙар Ғәлимов, Ғәбделфәт Сафин кеүек Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсылары эшкә саҡыра башлай. 2007 йылда үҙенең альбомын сығара. Бында ул үҙен йырсы булараҡ һынап ҡарай. Баяндан тыш, Айнур ҡурайҙа, төрлө гармундарҙа, аккордеонда, тальянда, ҡумыҙҙа уйнаны. Башҡорт һәм татар эстрадаһында киң билдәле ине.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы Айнур Фәтиховтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb