Өфөлә тағы ла «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк

Өфөлә тағы ла «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк

Өфөлә тағы ла «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк.

Фестиваль быйыл ике көн - 11 һәм 12 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында ойошторола.

11 сентябрҙә бер нисә проект үтәсәк: Милли кейем байрамы, «Ufa-KuraiFest», «Этнотөн» һәм Надежда Бабкинаның Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны. Ғәҙәттәгесә, «Ҡурайфест» сараһында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылар ансамбле, Башҡортостан Республикаһының Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Йәтәгән» һәм «Арғымаҡ» төркөмдәре ҡатнаша.

«Этнотөн» проекты барышында Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина һәм «Рус йыры» Мәскәү дәүләт академия фольклор театры, Пелагея,  Буран ауылы инәйҙәре», «Khoomei Beat» төркөмдәре сығыш яһай.

12 сентябрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры сығыштары буласаҡ.

Был көндә «Евразия йөрәге» фестивале сәхнәһендә шулай уҡ Олег Газманов, Любовь Казарновская, Пётр Дранга и  «VIVA» төркөмө сығыш яһаясаҡ.

Бишенсе «Евразия йөрәге» фестивале сағыу фейерверк менән тамамланасаҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb