Өфөлә Таһир Күсимовтың хәтер кисәһе үтә

Өфөлә Таһир Күсимовтың хәтер кисәһе үтә

13 февралдә Өфөлә Советтар Союзы Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы командиры, генерал-майор Таһир Тайып улы Күсимовтың хәтер кисәһе үтә.
Сара арҙаҡлы башҡорт шәхесенең тыуыуына 110 йыл тулыуға арнала. 
Программала – Әбйәлил районындағы Т. Күсимов йорт-музейы тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә, милли аш-һыу, ҡул эштәре күргәҙмә-йәрминкәһе. 
Шулай уҡ Әбйәлил районы Ташбулат ауылының ижади коллективтары әҙерләгән концерт буласаҡ.  Хәтер кисәһе Актерҙар йортонда (Өфө, Пушкин урамы,94) үтә. 
Киске 6-ла башлана. Белешмәләр өсөн телефон: 89273119559.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb