Өфөлә “Театр аҙналығы” сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы булдырған проект нигеҙендә спектаклдәр күрһәтелә

Өфөлә  “Театр аҙналығы” сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы булдырған проект нигеҙендә спектаклдәр күрһәтелә

Ағымдағы йылдың  февраль аҙағында Өфө ҡалаһында Театр аҙналығы башланасаҡ. Был аҙналыҡта башҡала театр сәхнәләрендә “Берҙәм Рәсәй”  Бөтә Рәсәй  сәйәси партияһы  булдырған проект нигеҙендә халыҡ һаны 300 меңгә тулмаған ҡалаларҙа урынлашҡан театрҙарҙа сәхнәләштерелгән спектаклдәр күрһәтеләсәк.

Был проектта Башҡортостандың  алты театры ҡатнашып, 8  спектакль сәхнә күрҙе. Театр һөйөүселәр  27 февралдән алып 5 мартҡа тиклем Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының, “Сулпан” Сибай башҡорт балалар театрының, Рус дәүләт драма театрының (Стәрлетамаҡ), Салауат дәүләт башҡорт драма театрының, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының, Туймазы татар дәүләт драма театрының спектаклдәрен ҡарай аласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb