Өфөлә Театр йылына старт бирелде

Өфөлә Театр йылына старт бирелде

Кисә, 13 декабрҙә Рәсәйҙә Театр йылын асыу тантаналары үтте, шул иҫәптән Башҡортостанда ла байрам саралары ойошторолдо. Сәхнә оҫталары тамашасыларҙы яңы премьералары менән һөйөндөрҙө. Әйтәйек, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма академия театры артистары "Урал батыр" спектаклен сәхнәләштерҙе.

Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы һаналған "Урал батыр" эпосы йәнә сәхнәгә сығарылды. Спектакль Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арнала. Үлемһеҙлек тураһында ҡобайыр жанрында ҡуйылған бөйөк әҫәрҙе тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Изгелек һәм яуызлыҡ темаларын артистар ҙа оҫта асып һала.

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла сығыш яһап, төбәктә 12 профессиональ театр һәм 2200 халыҡ театрҙары коллективтары уңышлы эшләүен билдәләне. Йылына ғына спектаклдәргә миллиондан ашыу кеше тамаша ҡыла, киләһе йылда уларҙың һаны тағы ла күберәк булыр тип көтөлә.

Театрҙар йылын асыу тантанаһы "Урал батыр" эпосын һөйөүселәр өсөн оло байрамға әйләнде. Фойела ҡобайырҙы яттан һөйләү буйынса ойошторолған Халыҡ-ара конкурс еңеүселәре сығыш яһаны.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb