Өфөлә театрҙар декадаһы башланды

Өфөлә театрҙар декадаһы башланды

18 мартта Өфөлә театрҙар декадаһы башланды. Ул 25 мартҡаса дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә баш ҡала тамашасыһы “Берҙәм Рәсәй” ширҡәтенең “Тыуған яҡ мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйылған сағыу спектаклдәрҙе һәм премьераларҙы ҡарай ала.

Декаданы Туймазы дәүләт тататр драма театры асып ебәрҙе. Улар “Нур” Өфө дәүләт татар драма театры сәхнәһендә “Тау артында тал илай” (У.Ғәлиевтың повесы буйынса В. Жеребцов пьесаһы) спектаклен күрһәтте.

Әҫәрҙә һуғыш йылдарында Миәкә районындағы бер ауылда булған ысын хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә. Уны ҡуйыр өсөн театр коллективы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, БР-ҙың Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Азат Йыһаншинды саҡырған. Әйткәндәй, “Тыуған яҡ мәҙәниәте” проекты театрҙарға сит ҡала һәм төбәктәрҙән режиссерҙар, сценаристар, рәссамдар һәм бейеү ҡуйыусылар саҡырыу мөмкинлеген бирә.

Тамашасылар араһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Раил Әсәҙуллин һәм БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев та булды.

– Һуғыш тураһындағы тамашаларҙы ҡарауы һәр ваҡыт ауыр һәм ҡыҙғаныс, ә уны уйнауы бигәрәк тә ҡыйын. Шулай ҙа һеҙ булдырҙығыҙ. Шәп спектакль өсөн рәхмәт, – тине Раил Мирвай улы.

Рәнис Рәис улының әйтеүенсә, “Тыуған яҡ мәҙәниәте” проекты 2017 йылдан алып бойомға ашырыла. Ошо ваҡыт арауығында Туймазы театры проект сиктәрендә ете спектакль әҙерләргә өлгөргән.

– Өфө тамашасыһы һеҙҙе бик йылы ҡабул итте, сәхнәнән ебәрергә теләмәне. Театрға яңы уңыштар, – тине ул.

Төп ролде башҡарған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Данил Нуриханов тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Тамашасы һәр ерҙә һәр төрлө, хатта бер район эсендәге ауылдар араһында ла айырма бар. Өфөләр һиҙгерлеге, зыялылығы менән күңелгә ятты. Мәҫәлән, был спектаклдә көсөргәнешле урындар бик күп. Тамашасы шуны тойҙо һәм шып-шым ултырҙы. Был беҙгә ныҡ ярҙам итте, – тине актёр.

Бөгөн, 19 декабрҙә, театр декадаһын Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры дауам итәсәк һәм миҙгел премьераһы – Владимир Аношкиндың “О чём поёт орнамент?” спектаклен күрһәтәсәк. Сәхнә әҫәре башҡорт халыҡ риүәйәттәренә таянып яҙылған.

Театр декадаһында ҡатнашыусы спектаклдәр теҙмәһен аҫтағы һүрәттә ҡарарға мөмкин.

Өфөлә театрҙар декадаһы башланды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb