Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк 2016» фестивале асылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 23 ноябрь 2016
Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк 2016» фестивале асылды
Кисә, 22 ноябрҙә Өфөнөң «Шератон» отелендә «ТЭФИ-Төбәк 2016» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсын асыу тантанаһы үтте. Баш ҡалабыҙ бөтә илдәрҙән бәйгелә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының рәсми сайтында танышырға мөмкин. «Конкурсты асыу тантанаһында республика, баш ҡала һәм телерадиокомпания менән таныштырабыҙ, сөнки тап «Башҡортостан» ДТРК-һы сараны ойошторорға ярҙам итә. Концерт программаһы күбеһенсә этник номерҙарҙан тора. «Йатаған» этно-төркөмө, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Тауыш» проектында ҡатнашҡан Марсель Сабиров сығыш яһай», — тип хәбәр иттеләр Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы төбәк филиалының матбуғат хеҙмәтендә. ТЭФИ еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 24 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Конкурста ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн тренингтар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, презентациялар, шулай уҡ мәҙәни-күңел асыу саралары ойоштороу ҡаралған. Өфө “ТЭФИ-Төбәк-2016” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының финал этабын ҡабул итә. Бөгөн финалға үтеүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн төрлө курстар ҡаралған. Еңеүселәр иртәгә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бүләкләнә. Төп бүләк — скульптор Эрнст Неизвестныйҙың бронзанан яһаған «Орфей» статуэткаһы. Быйыл конкурсҡа 167 телекомпаниянан 545 эш тәҡдим ителде. Финал этапҡа беҙҙең республика вәкилдәре лә үтте.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө