Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Тере китап: Башҡортостан – батырҙар төйәге” проектының исем туйы үтте.
Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы ҡаһарманлыҡтары хәҙерге быуын өсөн дә өлгө булып хеҙмәт итерҙәй батырҙарыбыҙ тураһында өс комикстар тупланмаһы тәҡдим итте. Уларҙа башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев, генерал Миңлеғәли Шайморатов, партизан отрядтары командирҙары Даян Мурзин һәм Вафа Әхмәҙуллин тураһында бәйән ителә. Китаптарҙың үҙенсәлеге бар: уларҙың артҡы тышлығы юҡ. Бер яғынан башҡорт телендәге яҙыуҙар менән оҙатылған һүрәттәр булһа, икенсе яғынан – рус телендә. Проект республика Башлығының граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса грант конкурсы еңеүсеһе булып, уның ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Комикстың төп образдарын талантлы карикатурасы Камил Буҙыҡаев һәм "Муха" студияһы (етәксеһе – Артур Абдрахманов) рәссамдары төшөргән. Сценарийҙы тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов яҙған, башҡортсаға Зөһрә Бураҡаева тәржемәләгән. Комикстарҙағы батырҙар образы иһә “Башҡорт батырҙары” республика конкурсының финалына сыҡҡан балаларҙың эштәренә нигеҙләнеп башҡарылған. Атап кителгән ижади конкурсты быйыл яҙ республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ ҡылыу фонды ярҙамында Милли китапхана һәм Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы ойошторғайны. Уның маҡсаты булып һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, илһөйәрлек, тыуған республикаң, уның батырҙары менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү торҙо.
Конкурсҡа 218 эш килгән. Иң күп һүрәттәр Салауат образына бағышланған – батырҙы 147 бала төшөргән. Еңеүселәр “Салауат Юлаев – беҙҙең герой”, “Генерал Шайморатов”, “Партизан отрядтары командирҙары Даян Мурзин һәм Вафа Әхмәҙуллин” номинацияларында билдәләнгән. Презентация барышында уларҙы бүләкләү сараһы ла үтте. Төп еңеүселәрҙән тыш, ҡайһы бер балаларға махсус дипломдар ҙа тапшырылды. Еңеүселәр комикстарҙың автографлы нөсхәләренә лә эйә булды.
“Тере китап: Башҡортостан – батырҙар төйәге” проекты етәксеһе – Милли китапхана директоры урынбаҫары, Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы етәксеһе Әлиә Фәтхетдинова:
– Башҡортостандың бөйөк батырҙары тураһында мәғлүмәтте нисек ҡыҙыҡлыраҡ итеп балаларға еткерергә була, тигән һорау торғанда, шундай фекергә килдек: әлбиттә, сағыу һүрәтле, ҡыҙыҡлы китаптар аша. Шулай итеп комикстар баҫмаһы тыуҙы. Уникаль был китаптарҙа ҡаһармандарыбыҙҙың данлы тормош юлы диалогтар рәүешендә бирелә. Ҡыҫҡа ғына һүрәтләүҙәр аша балаларға геройҙар хаҡында бай мәғлүмәт еткерелә. Комикстарҙы республикабыҙҙың һәр китапханаһына бүләк иттек, улар менән һәр теләгән бала таныша аласаҡ, – ти.