Өфөлә тиҙҙән билдәле шағирә Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилейына арналған «Туҡтатмағыҙ юлдарымдан…» исемле шиғыр һәм йыр кисәһе үтә

Өфөлә тиҙҙән билдәле шағирә Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилейына арналған «Туҡтатмағыҙ юлдарымдан…» исемле шиғыр һәм йыр кисәһе үтә

26 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты, шағирә Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек арналған юбилей кисәһе үтә.  «Туҡтатмағыҙ юлдарымдан…» тип аталған шиғыр һәм йыр кисәһе Башҡортостан дәүләт концерт залында  уҙғарыла.

Сарала  әҙибәнең «Туҡтатмағыҙ юлдарымдан» исемле  өр - яңы китабын һатыу ҙа ойоштороласаҡ. Нәшриәттең «ҡайнар мейесенән» генә төшкән йыйынтыҡҡа авторҙың төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарынан алынған һәм һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, йырҙары  тупланған.
Кисәлә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тамашасыларға шулай уҡ башҡа авторҙарҙың да бик күп шиғри йыйынтыҡтарын тәҡдим итә. Һатыу күргәҙмәһендә нәфис, балалар, фәнни-популяр әҙәбиәттән тыш һүҙлектәр, яңы баҫма менән донъя күргән ҡөрьән китабы, фотоальбомдар, 2019 йылға йыртмалы (отрывной), мәктәп, мосолман календарҙары ла урын аласаҡ.
Тамаша киске сәғәт етелә башлана. Шиғриәт, йыр-моң кисәһенә рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәр!


Мәғлүмәт өсөн: Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы — Башҡортостандың  халыҡ шағиры, журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова (Иҙелбаева) 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуған.
1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Г. Юнысова — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.
Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, популяр йырҙар булып китте. Шағирә ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән йыш ҡына радио-телевидение аша һәм гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb