15 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда традицион халыҡ йыры буйынса ижади лаборатория уҙғарыла.
Уҡытыуҙы республика конкурстары лауреаты Гөлсинә Йәрмөхәмәтова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Садиҡова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова, республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Валентина Топычканова алып бара.
Ижади лаборатория барышында «Федераль дәүләт белем биреү стандарты буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа вокаль оҫталыҡ формалаштырыу», «Вокаль ансамбль менән эшләү үҙенсәлектәре һәм спецификаһы», «Вокаль әҫәр өҫтөндә үҙ аллы эшләү, башҡорт халыҡ йырын башҡарыу үҙенсәлектәре», «Рус халыҡ вокалы: йырлау һәм логопедия. Балалар тауышын үҫтереүҙә индивидуаль ҡараш. Башҡарыу оҫталығы» темаларына сығыштар буласаҡ.