Театр сәнғәтен яратыусылар өсөн һөйөнөслө хәбәр: 11 февралдә Өфөлә Т. Миңнуллин исемендәге Түбәнге Кама татар дәүләт драма театрының гастроле башланасаҡ. Тамашалар “Нур” театры сәхнәһендә барасаҡ.
Был ижади сәфәр арҙаҡлы татар драматургы Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан ойошторола. Ут күршеләребеҙ Татарстандың халыҡ артисы, режиссер Рөстәм Ғәлиев ҡуйған алты сәхнә әҫәрен алып килә. Шуларҙың өсәүһе – Туфан Миңнуллиндыҡы (“Нәҙер”, “Гөргөри ҡыҙын бирә”, “Ҡыҙҙар ҡыҙыҡ итәләр” комедиялары). Йәшәйешебеҙҙең көнүҙәк мәсьәләләрен сағылдырған Ләбиб Лерондың “СыСыСыР-ҙа яһалған...дар” комедияһы, Нәбирә Ғиматдинованың “Бүре ҡаны”, Аяз һәм Мансур Ғиләжевтәрҙең “Яра” драмалары ла тамашасы күңеленә хуш килер.
Әйткәндәй, Туфан Миңнуллиндың ижады Рәсәйҙә киң билдәле. Дөйөм кешелекте борсоған тәрән фәлсәфәүи, халыҡсан пьесалары үтемле. Туфанға ғына хас мәргәнлек, ваҡиғаларҙың көтөлмәгәнсә боролош алыуы тамашасыларҙы һоҡландырмай ҡалмай.
Мәҫәлән, гастролде асып ебәрәсәк “Нәҙер” комедияһын алайыҡ. Халыҡта шундай әйтем бар: нәҙер әйтһәң, шул үтәлмәйенсә үлмәйһең. Үлем яғаңдан алһа, әллә ни тиерһең. Һуғышта ике дуҫ – Хикмәтулла менән Хисмәтулла нәҙер әйтә: был мәхшәрҙән иҫән-һау ҡайтһалар, бер аҙнаға ҡатындарын алмашып торорға! Иҫән-һау ҡайта бит былар. Тик нәҙер тураһында оноталар. Шунан һуң башлана ла инде хәл-ваҡиғалар...
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү хәйерлерәк, шуға күрә Түбәнге Кама татар дәүләт драма театрының тамашаларына рәхим итегеҙ!