Өфөлә тәүге тапҡыр Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Эдуард Шәһиевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөлә тәүге тапҡыр Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Эдуард Шәһиевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөгә рәссам Мәскәүҙә йәшәүсе ҡылҡәләм оҫтаһы үҙенең төрлө йылдарҙа ижад ителәгән һикһәндән ашыу картинаһын алып килгән.

Рәссамдың картиналарында сюрреализм һәм графика йүнәлешендәге тарихи ваҡиғалар ҙа, кешеләр тормошо һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, «Кеше-Ер –Йыһан» темаһы ла һынландырылған.

Автор ижадында милли йолалар ҙа, йыр-бейеүҙәребеҙ ҙә сағыла. “Сюрреализм стилендәге картиналар, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә ирония һәм абсурд күренештәрен дә сағылдырыу тормош асылын күрһәтергә тырыштым”, ти Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Эдуард Шәһиев .

Сюрреализм һәм графика йүнәлештәрендә эшләүсе рәссам Свердловск ҡалаһында сәнғәт һәм Мәскәүҙә  Юғары һынлы-сәнәғәт училищеларында белем алған. Эдуард Шәһиев ижадҡа тәүге аҙымдарын станок графикаһында һәм китап биҙәү эшендә башлай. Сәнғәт белгестәре иһә уның хеҙмәттәренең йылы юмор менән һуғарылыуын һәм кеше яҙмыштарын, тарихи үткәнде оҫта сағылдырыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb