Өфөлә төрки һәм иран телле халыҡтарҙы берләштергән Науруз байрамы 24 мартта үтәсәк

Өфөлә төрки һәм иран телле халыҡтарҙы берләштергән Науруз байрамы 24 мартта үтәсәк

Науруз байрамы 2010 йылдан алып ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫтары исемлегенә индерелгән.

Республикабыҙҙа йыл һайын Науруз байрамы  матур һәм бик дәртле үтә, унда теләгән һәр кем үҙ мәҙәниәтен, аш-һыуын күрһәтә, рәхәтләнеп йырлап-бейеп күңел аса.

Быйыл яҙ байрамы иртәгә- 24 март, шәмбе көнө Өфө ҡалаһының Спорт һарайы алдында үтәсәк. Ойоштороусылары: БР Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар Ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм  республика милли-мәҙәни ойошмалар.

 Сара һәр ваҡыттағыса төрлө милләт вәҡилдәре ҡатнашлығында үтәсәк, милли аш-һыу һәм башҡа күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Иран ҡояш календары буйынса тап Науруз байрамы йылдың беренсе көнө тип иҫәпләнә. Ысынлап та, тап ошо ваҡытта тәбиғәт ҡышҡы һалҡындарҙан арынып, уяна башлай, ағастар бөрөләнергә әҙерләнә, ҡоштар ҡайта. Шуға ла был көндө бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыу­лыҡта ҡаршылау зарур.

Төрки һәм иран телле халыҡтарҙы берләштергән Науруз байрамы быйыл да беҙҙе дәртле бейеүҙәре, моңо, тәмле-татлы һыйҙары менән ҡаршы алыр.

24 март көнө Өфө ҡалаһының Спорт һарайы майҙанында үтәсәк Науруз байрамынан ситтә ҡалмағыҙ! Сара 12.00 сәғәттә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb