Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһен өйрәнделәр

Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһен өйрәнделәр

 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһен өйрәнделәр.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү буйынса үҙәге директоры Ши Хуншэн етәкселегендә Ҡытайҙағы Аньхой провинцияһының Хэфэй ҡалаһы делегацияһы булды. Үҙәк төрлө өлкә белгестәрен рус теленә уҡытыу менән шөғөлләнә һәм Рәсәйҙе өйрәнеү менән бәйле ғилми тикшенеүҙәрҙе финанслай, мәҙәни-аң-белем таратыу саралары уҙғара, шулай уҡ ике телле «Рус мәҙәниәтен өйрәнеү» ғилми журналын сығара. Ши Хуншэн әфәнде был журналдың мөхәррире.

«Ҡытайҙан килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың «Китап» нәшриәте һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рус мәҙәниәтен өйрәнеү үҙәге араһында хеҙмәттәшлектә ҡыҙыҡһына, — тип хәбәр иттеләр «Китап» нәшриәтенең матбуғат хеҙмәтендә. — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Аньхой провинцияһында ҡытай телендә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын сығарыу хаҡында тәҡдимде тикшереү Ҡытай коллегалары сәфәренең төп маҡсаты булды».

«Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов ҡунаҡтарҙы яңы баҫмалар менән таныштырҙы, бер нисә телдәге баҫма проекттары хаҡында һөйләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb