Өфөлә "Урал батыр" башҡорт рок-фестивале үтте

Өфөлә "Урал батыр" башҡорт рок-фестивале үтте

Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда ойошторолған рух байрамында туғыҙ коллектив сығыш яһаны.

Быйылғы фестиваль "Дәрүиш Хан" төркөмө солисы Дим Ҡолахмәтовтың яҡты иҫты иҫтәлегенә арналды.өлә Урал

"Дан" рок-төркөмө тәүгеләрҙән булып Дим Мәннәндең ижадын данланы.Сәхнәлә легендар "Дәрүиш Хан" төркөмөнөң "Юлаусы" йыры яңғыраны. Был осраҡлы түгел. Республикала икенсегә ойошторолған "Урал батыр" рок-фестивале туҡһанынсы йылдарҙа тамашасылар алдында гөрләтеп сығыш яһаған төркөм солисы Дим Ҡоләхмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Гитара, скрипка моңдары, барабанға һуғыуҙар - Өфө тамашасыһы йәнә рок донъяһына сумды.

"Урал батыр" рок-фестивалендә быйыл республикала уңышлы эшләп килгән тиҫтәгә яҡын коллективҡа сығыш яһаны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb