Иртәгә, 24 ноябрҙә Өфөлә, Башҡортостан социаль технологиялар инситутында, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең VIII Халыҡ-ара конкурсы үтә.
Сараны ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, республиканың Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары булышлығында Башҡортостан социаль технологиялар институты.
Бәйгенең төп маҡсаты — «Урал-батыр» эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу; башҡорт халҡының һәм республикалағы башҡа халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү; йәштәрҙә илһөйәрлек һәм гражданлыҡ сифаттары, әхлаҡи-этик ҡиммәттәр һәм әүҙем тормош позицияһы тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.
Бәйгелә 5-11 класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашасаҡ. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыр өсөн Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм төрлө илдәрҙән 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар онлайн режимында сығыш яһаясаҡтар.
Бәйге талаптары буйынса, йәш сәсәндәр «Урал-батыр» эпосынан өҙөктө Рәсәй халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләргә тейеш. «Урал-батыр» эпосы башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, инглиз, немец, француз, испан, төрөк, иврит һәм тәүге тапҡыр грек, итальян, ғәрәп, пуштун, тамил, поляк телдәрендә яңғыраясаҡ.