Өфөлә «Урал батыр» этно-рок фестивале уҙғарылды

Өфөлә «Урал батыр» этно-рок фестивале уҙғарылды

Фестиваль өс турҙа үтте һәм еңеүселәр 15 декабрь көнө Республика халыҡ ижадының Мәҙәниәт йортонда гала концертта сығыш яһаны. «Урал батыр» исемен йөрөткән этно-рок фестивале ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс, яңыртылған вариантта үткәрелә.

Бәйгенең һайлап алыу туры 30 ноябрҙә  тамамланды. Барлыҡ турҙарҙы ла уңышлы үткән 8 төркөм гала-концертта сығыш яһаны. Барлыҡ башҡарыусылар ҙа тере тауыш менән йырланы.
Фестиваль «Елмәрҙәк» төркөмө сығышы менән асылды. Еңеүсе төркөмдәр диплом һәм тауыш яҙҙырыу студияһына сертификаттар менән бүләкләнде.
«Урал батыр» рок-фестиваленә «Урал моңо» фестивалендә нигеҙ һалына һәм 90-cы йылдарҙа беренсе башҡорт төркөмдәре барлыҡҡа килә башлай.
«Урал батыр» этно-рок фестиваленең маҡсаты- рок-фестиваль, ошо йүнәлештә эшләгән төркөмдәрҙе берләштереү, уларҙың ижадына ярҙам итеү, ошо йүнәлешкә йәштәрҙе йәлеп итеү.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb