Өфөлә «Урал моңо-2018» халыҡ-ара конкурс-фестивале бара

Өфөлә «Урал моңо-2018» халыҡ-ара конкурс-фестивале бара

Кисә, 7 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында «Урал моңо-2018» халыҡ-ара конкурс-фестивалендә  ҡатнашыусыларҙың  танышыу кисәһе һәм сараны асыу тантанаһы үтте.

Сарала – Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары Андрей Беляев һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.

«Урал моңо-2018» халыҡ-ара конкурс-фестиваленә сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән – Төркиәнән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Саха (Яҡут), Дағстан, Хакасия, Алтай, Тыва, Татарстан, Башҡортостан республикаларынан, Мәскәүҙән һәм Әстрхан өлкәһенән иң яҡшы ижади коллективтар һәм башҡарыусылар йыйылды.

Ҡатнашыусылар квест үтеп, йәрәбә һалдылар. “Фестивалдә ҡатнашыусыларға берешәр мискә бал алырға тәҡдим ителде, уларҙың һәр ҡайһыһына һан яҙылған ине. Улар буйынса ҡатнашыусылар «Ете күк» күҙәтеү тәгәрмәсе кабиналарына үтте. Халыҡ-ара конкурста йәрәбә тартыуҙың нәҡ бында үтеүе символиклы, сөнки түңәрәк – бөтөнлөк һәм берҙәмлек символы, бөгөн бер майҙансыҡта туғандаш халыҡтарҙы берләштерҙе. Һәр кабинала ҡатнашыусыларҙы милли кейемдә гүзәл башҡорт ҡыҙҙары «Башҡорт халҡының алтын мираҫы» музыкаль баҫма бүләге менән көтөп алды. Ошо баҫма биттәрен ҡарап, бәйгеселәр улар нисәнсе булып сығыш яһаясаҡ һандарҙы тапты”, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Бөгөн, 8 июндә иртәнге сәғәт 10-да һайлап алыу тыңлауҙары башланды. Ә киске сәғәт 7-лә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb