2023 йылдың 26-28 июнендә Өфөлә етенсе тапҡыр «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ойошторола. Асыҡ һауалағы ҙур мәҙәни сара илдең иң яҡшы 10 фестивале иҫәбендә. Фестиваль өс көн дауамында Өфө амфитеатрында барасаҡ.
Фестивалдең беренсе көнө - 26 июнь кинематограф музыкаһына арнала: кино, эстрада йондоҙҙары совет һәм Рәсәй кинематографы йырҙары менән сығыш яһай.
27 июндә фестиваль программаһын «Славян баҙары» проекты дауам итә. Сара Милли кейемдәр парадынан башлана, шунан һуң ул Дуҫлыҡ әйлән-бәйләненә әүерелә.
«Рәсәй – Беларусь: беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә» концерт программаһында ике илдең төп ижади коллективтары һәм солистары ҡатнаша. Минск, Могилев, Адыгея Республикаһы, Бүрәт Республикаһы, Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһы, Мәскәү, Луганск, Ырымбур, Ҡурған, Брянск. Башҡортостандан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, республика ҡурайсылары йыйылма ансамбле, Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, «Бишбармаҡ» оркестры, Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ фольклор ансамбле сығыш яһай.
28 июндә, «Симфоник төн»дә, амфитеатр сәхнәһендә иң яҡшы симфоник оркестрҙар, шул иҫәптән Башҡортостандың Милли симфоник оркестры, Рәсәй коллективтары һәм солистары сығыш яһай.
«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.